Skip to main content

Сценарии башкирских свадеб и других праздников

На этой страничке приведены сценарии мероприятий на башкирском языке:

1. Сценарий юбилея на башкирском языке "Туй".

2. Сценарий юбилея на башкирском языке "Юбилейная поездка".

3. Сценарий свадьбы на башкирском языке.

Можете скопировать любой из них себе бесплатно или заказать у нас индивидуальный на своё мероприятие. А также у нас можно заказать любую услугу для проведения башкирской свадьбы и другого банкета.

Любой наш ведущий готовится к мероприятию заранее, при этом составляя сценарий Вашего праздника, который согласуется с Заказчиком. Это входит в стоимость услуг тамады и является бесплатной услугой. Если же вы хотите провести свой праздник самостоятельно, то можете заказать у наших ведущих личный сценарий на русском или татарском языке. Эта услуга платная, гонорар с автором сценария оговаривается персонально. Звоните и мы подберём Вам ведущего или автора сценария на любой проект.

Туй. Сценарий юбилея на башкирском языке

Әссәләмәғәләйкүм, йәнә лә һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтар,ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, ҡоҙа-ҡоҙасалар, ағай-эне, туған-тумаса, бала-саға. Беҙ бөгөн оло мәжлескә, никахлашыу кисәһенә йыйылдыҡ. Кеше ғүмеренең ҡабатланмаҫ, мәңге иҫтә ҡала торған мәле бөгөн. Айбулат менән Гөлнара ғүмер буйы үҙҙәре генә барасаҡ тормош юлдарына аяҡ баҫалар . Шуға күрә был мәжлесте матур, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреп ебәрәйек.

Ҡәҙерле йәштәр, һеҙҙе иң күркәм, шатлыҡлы байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Тормош юлығыҙҙы ололар һоҡланырлыҡ, йәштәр үрнәк алырлыҡ, дуҫтарығыҙ шатланырлыҡ итеп үтегеҙ.Ҡауышыу көндәрегеҙҙең шатлығын, мөхәббәтегеҙҙең сафлығын ғүмер буйы һаҡлағыҙ, керһеҙ саф мөхәббәт, тигеҙ ғүмер һеҙгә. Беренсе тост йәштәр һәм уларҙың оҙон ғүмерле бәхете өсөн.
Хөрмәтле ҡунаҡтар, һеҙ әкертен генә ҡапҡалап –ниткәләп, тирә-йүнде байҡап таныша тороғоҙ, ә мин һеҙҙе бөгөнгө мәжлестең кейәү менән килендән ҡала төп кешеләре менән таныштырып үтәйем. Шулай итеп, наливайко һәм угащайкалар-... Кемгә - нимә етмәй, ҡалағы етмәһә, бесәйҙең башына һуғыр инем, тип ултырмағыҙ, обращайтесь.
Табын ҡыҙғансы, ҡунаҡтар ҡыҙмаса булып алғансы, туй тәртибе менән таныштырып үтәйем.
Үҙеңде өйҙәге кеүек хис ит, әммә ҡунаҡта икәнеңде онотма.
Табында ҡош тотҡан бесәй кеүек шатланып, ауыҙ йырып ултыр.
Аслан күршеңде үҙ ҡатының менән бутай күрмә. Иҫеңдән сығарма, күрше тауығы – ҡаҙ, күрше ҡатыны ҡыҙ булып күрененә.
Ҡатынығыҙ аяғығыҙға баҫһа, ботоғоҙҙан семтеп алһа, ҡысҡырып ебәрмәҫкә, ә «аппағым» тип үбеп алырға.
Күҙ алдың томалана башлап, бер ишек өсәү булып күренә башлай икән, аптырап торма, алтын уртаны һайла, яңылышмаҫһың, күптәр шулай итә.
Ҡәҙерле ҡунаҡтар,инструкция үттек , инде ҡултамға ҡуйып та ҡуяйыҡ. Кем дә кем ошо тәртип менән килешә, рюмкаһын төпләп ҡуя.

Бер-берең менән таныштырыу.

Оло шатлыҡ ата-әсәгә

Улы менән ҡыҙы менән ҡыҙы туйында.

Сөнки һаман йәш бала булып ҡалаһығыҙ улар уйында.

Һеҙҙең өсөн улар гел борсола,

Һеҙҙең өсөн керә уттарға.

Шуға күрә ҡотлау өсөн

Беренсе һүҙ - уларға.

 

Һүҙ- свидетель менән свидетельницаға:

Танытмалар бирәләр.
Загста биргән яҙыу

Һарғая ул һандыҡ төбөндә.

Һүрелмәһен һеҙҙең саф мөхәббәт

Һаҡланһын ул күңел түрендә.

 

Айбулат, Гөлнара.

 

Бөгөн яҙмыш бүләк итте һеҙгә

Бергә-бергә ғүмер итергә

Боролмалы тормош һуҡмаҡтарын

Етәкләшеп бергә үтергә.

 

Иртәгәһен һйҙылып атҡан таңдар

Оло шатлыҡ алып килһендәр.

Алдағы көндәрегеҙ тигеҙлектә

Бәхет менән имен үтһендәр.

Туғандарҙың ҡотлауы.

Гөлнара киленгә.

Кеймә итек, кей сабата,

Сабата шәп атлата.

Тиҙ атлаған килендәрҙе

Ҡәйнәләр бик ярата.

Йәш килендәр борондан уҡ

Иртә торорға тейеш,

Ҡәйнәһенең тороуына

Сәйҙәр ҡуйырға тейеш.

Ҡәйнәңдең ҡомғанынан

Йылы һыу өҙөлмәһен,

Килен кеше йүгереп торһон,

Атлап ҡына йөрөмәһен.

Тик хәҙер сабата түгел,

Техника заманаһы,

Гөлнара яңы килен,

Замананың балаһы.

Риза булмаҫ иртүк тороп,

Көн буйы йүгерергә.

Йыуырға, һеперергә.

Башың иҫән булһа, яйы сығыр,

Һин, Гөлнара, ҡайғырма,

Ир һәм ҡатын араһында юҡ бит хәҙер айырма.

Көйләп, сөйләп, яйлап, майлап,

Бер яйын килтерерһең.

Тиҙ атлаған сабатаңды

Айбулатҡа кейҙерерһең.

Туғандарҙың ҡотлауы.

Тиҙ бейеү.

Өҫтәл артында. Уйындар.Фантиктар.

Сладкая парочка. Ирҙәрен сәүистәре еткәнсе сисендерергә.

ЕТЕ ҠЫҘ БЕЙЕҮЕ.

Р. Сафин. Имәндәр.

Уларҙы мин күрҙем быйыл

Урман буй лап тауға менгәндә.

Ҡаза килгән хатта имәндәргә,

Ҡороғандар хатта имәндәр.

Имән тиклем имәндәрҙе лә бит

Бөрөп алған ҡыштың һалҡыны.

Тикберәүһе нисек иҫән ҡалған?

Ах, янында икән ҡайыны.

 

Бына ғәжәп. Имән эргәһендә

Үҙе ҡайын ғына булһа ла

Сибек кенә ботаҡтары менән

Алып ҡалған уны ҡурсалап.

 

Ҡарап торҙом да мин ошо мәлдә

Ҡатындарға килде өндәшкем:

Һәләкәте лә бар был донъяның,

еңелеүе лә бар көрәштең.

 

Ирҙәрегеҙ әгәр бөрөшөп китеп,

Янтайһалар бөлө килгәндә,

Һеҙ ҡарағыҙ, ҡайын эргәһендә

Иҫән ҡалған анау имәнгә.

Ошо шиғырҙы уҡығанда бер лаҡап иҫкә төштө әле.

Ҡасандыр мулла һәм бур йәшәгән ти. Оҙаҡламай улар өйләнгән. Мулла мулла ҡыҙын алған, ә бур үҙе кеүек бур ҡыҙына өйләнгән. Тиҙҙән мулла бурға әйләнгән, ә бур – муллаға. Әйҙәгеҙ әле, йәмәғәт,иманһыҙҙан иманлы яһай алған ҡатындар өсөн тост күтәрәйек.

Ҡыҙыбыҙ еләк кеүек.

Кейәүе алтын кеүек.

Ниңә аҡса йәлләйһегеҙ,

Һаран бажалар кеүек.

 

Сценарий юбилея на башкирском языке "Юбилейная поездка"

Йыр. Әссәмәғәләйкүм.

Ҡәҙерле ҡунаҡтар, бөгөн был ыҡсым ғына залда беҙ һөйөклө һәм тоғро ҡатын, ғәзиз әсә, хәстәрле туған, тырыш хеҙмәткәр, ғөмүмән, мировой ҡатын Рәсимәнең илле йәшлек юбилейы айҡанлы йыйылдыҡ. Әйҙәгеҙ әле юбилярыбыҙҙы йөрәк түрендә һаҡланған иң йылы хистәребеҙҙе белдереп, берҙәм алҡышлап алайыҡ. Һәм, әлбиттә, беренсе һүҙ – Рәсимәгә.

Кризис, көрсөк тиҙәр, шөкөр, юбилярҙың өҫтәле ризыҡтан һығылып тора. Беренсе тост – осрашыу хөрмәтенә.

Фоновый йыр.

Зарураттан ғына осрашыу хөрмәтенә зәм-зәм һыуҙарын уртлап ҡуябыҙ, ә мин үҙебеҙ менән таныштырайым әле. Алып барыусы – Люциә һәм оператор Сергей. Һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ

Фоновый йыр.

 

Рәсимә, 50 яшьне узам димә,
Син яшьлектән әле китмәгән.
Үтеп барган еллар йөзләреңә
Тирән буразналар сызмаган.
***
Буй-сының да артык үзгәрмәгән,
Күзләреңдә шул ук очкыннар.
Табигатең синең һаман да яшь,
Әйтерсең лә синдә тылсым бар.

***
Сабыр гына атлап кердең,
5 ун булган алтын көзеңә.
Саулык, бәхет янәшәңдә булып,
Җитсәң иде олуг көзеңә.Рәсимә.

Рәсимәгә – минән сәскәләр..

Давай наливай.

Йәмәғәт, мин һөйләй тип тормағыҙ, “Давай наливай” тигән ҡөҙрәтле фразаны ишетеү менән, тиҙ генә рюмкаларҙы тултырып төпләп тә ҡуйығыҙ.

Рим Хәсәнов музыкаһы ”Иртәнге томан”. аҫтында

Кеше ғүмере аҡҡан һыуҙай. Әле яңы ғына” Мин тыуҙым!” тип донъяға ауаз һалаһың, ә ҡай арала бала саҡ үткән, ҡыңғыраулы мәктәп йылдары артта ҡалған...

Илле йәш күп тә һымаҡ, юҡ та һымаҡ. Бары ла булғандыр, шатлыҡ – ҡыуаныстары ла, яманы ла... Башҡа балалар ата-әсә наҙына төрөнөп , ихлас көлгәндә етем ҡалып, бәләкәй генә көйө туғандарыңдан айырылып, балалар йортонда тәрбиәләнеүе бик үк еңел дә булмағандыр...

Һынмағанһың, һығылмағанһың, юғалмағанһың...Бына тигән ҡатын, әсә, өләсәй бөгөнгө көндә Рәсимә. Бәхетте кеше үҙе яһай. Һин дә үҙ бәхетеңде үҙең тыуҙырып, иреңә, балаларың, туғандарыңа ла өлөш сығараһың. Киләсәктә лә ул хазинаңдың шишмәһе һайыҡмаһын, өйөң гел элеккеләй нурға сумып, балҡып торһон, Рәсимә.

 

Беҙҙең юбилярыбыҙ хаҡында кем бөтәһен дә беләм, ти. Хәҙер мин һеҙгә төрлө һорауҙар бирермен, кем тиҙ генә яуап бирә, татлы приз ала.

1.Рәсимә нисәнсе йылда уҡырға төшә?

2.Иң яратҡан дәресе ниндәй булған?

3.Иң яратҡан уҡытыусыһы?

4.Тормошонда иң ҙур уңышы тип нимәне һанай?

5.Тәүге балаһын нисә йәштә таба?

6.Яратып башҡарған эше?

7.Иң яратмаған эше?

8.Ҡайныһының исеме кем?

9Кем өсөн Рәсимә берҙән-бер, иң матуры, иң булдыҡлыһы?

Әлбиттә, Ғәлимулла өсөн. Әйҙәгеҙ әле ҡотлау өсөн һүҙҙе тормош иптәшенә бирәйек.

Йыр.

Ялан сәскәләре.

Ғәлимулла менән Рәсимә парлап бейей.

Минең өләсәйем бәләкәй саҡта гел Күҙең янып , ҡулың ялпылдап эшләп, ауыҙың шапылдап торһон тип әйтергә ярата торғайны. Хөрмәтле ҡунаҡтар, тел төбөмдө аңлап тораһығыҙҙыр, эш ҡушырға уйлайым. Бына ошо биттәргә ун биш минут эсендә юбиляр исеменә рифмалар уйлап табырға кәрәк. Мәҫәлән,

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң

Исемдәре Рәсимә.

Бик асыуына тейһәң,

Кәрәгең бирмәҫ тимә.

 

Исемдәре, исемдәре

Исемдәре Рәсимә...

Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙҙе юбилярҙың баларына, ҡәҙерле ҡыҙы һәм кейәүенә бирәйек. Диана һәм Сергей

Давай наливай.

Әйҙәгеҙ хәҙер шиғри рифмаларға күсәйек, еңеүсене билдәләйек.. Приз- горячий поцелуй юбиляра.

ДИСКОТЕКА.

Все ли слышат микрофон, объявляю танцевальный марафон.

Танец Кавказский.

 

Танец Цыганский.

 

Танец Башкирский.

Танец Восточный.

Победителем танцевального марафона объявляется Расима. Ну нет человека, который бы мог перетанцевать нашего юбиляра.

 

Өҫтәл артына ултыртыу.

 

Рәсимә. Ачуланма инде,

Узган елларыңны барлыйбыз.

Бер аз көнләшеп тә, сокланып та,

Яратып та сиңа карыйбыз.

 

Җиңел тормыш белән яшәмәдең,
Хәсрәтең дә булды, сагыш та.
Тезләндерер кебек тоелса да,
Җиңә белдең син бу алышта.

Яннарыңда апаң, туганнарың ,

Һәр чак ярдәм кулы суздылар.

Оло апаң әти-әни булды,

Биреп тордо дөрөс киңәшләр.

Көнләшәбез сиңа димен,

Туганнарың белән көслөһең.

Тырыш, бөтмер,эшсән,

Гел бер төптән, диерсең.

Котлау өсөн һүҙҙе Рәсимәнең туғандарына бирәбеҙ.

Давай наливай.

Песня Гены. Мы пришли не напрасно –
Это каждому ясно –
И уселись за этим столом.
Юбиляра поздравить
И на память оставить
Эту песню, что мы пропоём!

Припев.

 

Пусть не старят тебя годы,
В жизни будь ты на виду,
К сожаленью, день рожденья,
Только раз в году!

Юбиляр, наш дружочек,
Выходи в наш кружочек

И вина нам покрепче налей!
Ведь не часто же здесь мы
Собираемся вместе
На торжественный твой юбилей!

Припев.

Мы тебя поздравляем
И, конечно, желаем
Оставаться такой же, как есть:
Скромной, доброй и милой,
Терпеливой, красивой …
Всех достоинств твоих нам не счесть.РӘСИМӘ

Хәҙер мин үҙекәйем янына Рәсимәнең бөтә серҙәрен белеп торған һыналған әхирәте Зиләне, Әлфирәне, Гөлнараны саҡырам. Хәҙер һеҙ бер команда. Бына һеҙгә егерме бит, Беренсе ун биткә Рәсимәгә ниндәй яҡшы теләктәр яҙыр инегеҙ, шуны яҙығыҙ.

Ә ҡалған ун биткә, киреһенсә, нимәләр теләмәҫ инегеҙ, шуны.

Фоновая песня.

Ҡәҙерле әхирәттәр, иптәштәр, әйҙәгеҙ, Рәсимәгә булған бөт

Ә изге теләктәрегеҙҙе йырлап әйтегеҙ.

Хәҙер Рәсимәне нимәнән ҡурсыр, аралар инегеҙ, шул һүҙҙәрҙе аяҡ аҫтына һалып тапағыҙ. Күңелле бейеү көйө ебәрелә. Әхирәттәр ҡағыҙҙар өҫтөндә бейей.

Әхирәттәрҙең ҡотлауы.

Давай наливай.

 

Сценарий свадьбы на башкирском языке

Йәштәр ЗАГС-тан ҡайтып, әлегә тышта тора. Ҡунаҡтар тере коридор булып теҙелгән. Музыка.
Тамада. Хөрмәтле ата-әсәләр, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар, килгән ҡунаҡтар! Бөгөн беҙҙә оло тантана - ике йәш йөрәктең, ... менән ... ғүмерҙәренең иң иҫтәлекле көндәре - законлы никах туйҙары! Ҡорған ғаиләләрен ҡотлап, уларға иң изге теләктәребеҙҙе еткерергә, пар күгәрсендәй тап килеп торған .. менән ... ихтирам хөрмәт итеп ошо байрамға йыйылдыҡ. Әйҙәгеҙ, тәүҙә кәләш менән кейәүҙең иң яҡын дуҫтарын - шаһиттарҙы саҡырайыҡ.
(Музыка. Шаһиттар инә. Уларҙың ҡулдарында шарҙар. Улар шарҙарҙы ҡунаҡтарға таратып бирә)
Т. Хөрмәтле ҡунаҡтар!
Тормош юлын бергә башлайһығыҙ
Аҙҙаҡаса бергә үтегеҙ
Ауырлыҡтар килһә уртаҡлашып
Шатлыҡтарҙы бергә бүлегеҙ.
Мөхәббәт көслө тик бергә
Типкәндә ике йөрәк,
Таһир-Зөһрәләй һөйөгөҙ -
Беҙҙән һеҙгә шул теләк,
тиеп, әйҙәгеҙ кәләш менән кейәүгә *һөйөү ҡапҡаһын* төҙөйөк.
(Музыка. *Ҡапҡа* - тимерҙән ярымтүңәрәк, барыһы ла шарҙарын шунда бәйләй.)
Ә хәҙер, шаһиттар, һеҙҙең йәштәрҙе саҡырыуығыҙҙы һорайбыҙ.
(Музыка Ҡул сабыуҙар. Йәштәр инә.)
Т. Ҡәҙерле .. һәм .. ! Бөгөнгөләй шат, алсаҡ йөҙлө, ихтирамлы, изгелекле, ә ғаиләгеҙҙең ырыҫлы, ныҡ нигеҙле, уйҙарығыҙ бер, бәхетегеҙ һәр саҡ мөлдөрәмә тулы булыуын теләп, барлыҡ яҡындарығыҙ йыйылған. Улар һеҙҙең өсөн иң изге теләктәр менән *һөйөү ҡапҡаһын* төҙөнө.
Хызыр Ильяс һеҙгә юлдаш булһын
Фәрештәләр алға әйҙәһен.
Бәхет-шатлыҡ, муллыҡ, йәшәү йәме
Икегеҙҙе бергә бәйләһен.
Мин һеҙгә туғандарығыҙ тик һеҙҙең өсөн генә тип төҙөгән ҡапҡанан, үҙегеҙҙең туй мәжлесенә үтергә тәҡдим итәм. Йәшлек мөхәббәтегеҙ бер ҡасан да һүнмәһен, һүрелмәһен, бер-берегеҙҙе һөйөп, һөйөлөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер итегеҙ!

Халҡыбыҙҙа ҡыҙ алырға килеү йолаһы бик тә популяр. Йылдан-йыл кейәү өсөн һынауҙарҙың төрҙәре артҡандан-арта бара. Һынауҙарҙы кәләш яғынан шаһитбикә һәм дуҫ ҡыҙҙары үткәрә. Һәр ишек һайын кейәүгә берәр һынау.
Шаһитбикә: Уң аяғың менән атла,
Тормошың да уң булһын.
Ҡыҙ алырға килгәнһең -
Кеҫәңдә акса сыңлап торһон.
Йүгереп кереп китер өсөн
Беҙҙең ишегебеҙ тар.
Хазиналарҙан да ҡиммәт,
Еләктәй ҡыҙыбыҙ бар!
1 һынау:
Яратам тигән һүҙҙе
Һәр кеше әйтергә әҙер.
һин ... хистәреңде,
Ҡысҡырып белгерт хәҙер!
(Кейәү өс тапҡыр * .. мин һине яратам! тип ҡысҡырырға тейеш)
2 һынау:
Ҡапҡаға кәләштең исеме яҙылған,
Был осраҡлы ғына түгел.
... исемен аҡса менән
Дөрөҫ итеп яҙа бел!
(Кейәү аҡса менән кәләшенең исемен яҙа)
3 һынау:
Кәләштең һеңлеһе йәки ҡустыһы тора:
Ишек бауы бер тәңкә,
Минең апай мең тәңкә.
(Еҙнәһенән аҡса ала)
4 һынау:
Был эҙҙәр кейәүҙе үзенең яратҡан (кәләштең исеме) мәҫәлән, Гөлнараһына тағы бер-нисә аҙымға яҡынайтыр.Тик ул аҙымдарҙа серле һандар яҙылған.
(аяк эҙҙәренә кәләшкә ҡағылған һандар яҙылған. аяҡ размеры, тыуған көнө, мәктәпте тамамлаған йылы, һ.б. Кейәү быларҙы әйтеп бирергә тейеш)
5 һынау:
Умарта өсөн иң ҡәҙерле
Тәбиғәттә татлы бал.
Кәләш өсөн иң кәрәкле
Ҡәҙерле әйбереңде һал.
(Ишек янында тас ҡуйылған. ҡайһы берәүҙәр“аҡса һал” тип кәңәш бирә. Ә кейәү тасҡа үҙе баҫырга тейеш. Әгәр ул быны белмәй икән, яза бирелә - штраф түләй).

Ишек төбөндә өс стакан
Әсе ҡатыҡ ҡойолған
Ошо әсе ҡатыҡтан,
Барыһы ла асҡыс тапҡан
(Ҡатыҡлы стакандарҙың береһенән асҡысты табырға тейеш, бының өсөн күмәкләшеп егеттәр ҡатыҡты эсеп ҡуйырға тейеш)
Шаян ҡыҙҙар күмәкләшеп:
Беҙ риза йомарт кейәүгә
Ҡыҙыбыҙҙы бирергә.
Пар ҡоштар кеүек һайрашып,
Ғүмер итегеҙ бергә!

Звоните ежедневно до 23:00

Пишите на Viber 24/7